Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Уны төҙөүҙә һәр кем ҡатнаша ала.
Welcome to the
Embassy ! * Добро пожаловать в
Посольство !
Һайланған мәҡәлә
Баһрам Гур фирүзә йәшел һарайҙа. 1524/1525 йылғы миниатюра. Герат мәктәбе. Метрополитен-музей,
Нью-Йорк
«Ете гүзәл» (фарс. هفت پیکر — Хафт пайкар ) — фарсы поэзияһы классигы Низами Гәнжәүиҙең 1197 йылда фарсы теленда яҙылған һәм «Хәмсә» исемле йыйынтығына ингән дүртенсе поэмаһы. Әҫәр Мараға хакимы Әләәтдин Көрпә-Арслан ибн Ағ-Сонғорға бағышланған. Поэманың исемен ике төрлө тәржемә итеп була — «ете портрет» тип тә, «ете гүзәл» тип тә. Әҫәрҙең исеменән үк уға метафора хас булыуы күренә. Низами һүҙ уйнатыу аша уға ике мәғәнә һалынған исем биргән.
Поэманың сюжетына сәсәни шаһы Баһрам Гур (420—439 йылдар) тураһында риүәйәт ятҡан. Поэманың яртыһын тиерлек Баһрамдың ҡатындарының ете хикәйәһе тәшкил итә, был батшабикәләр ете сатыр һарайҙа йәшәй, һәр сатыр, боронғо мифологияға ярашлы, берәй планетаға һәм аҙнаның бер көнөнә бағышлана һәм төҫө лә шуға бәйле.
↪ дауамы… :
Исемлек (122) | Үҙгәртеү
8 март юбилярҙары
тулы исемлек
Ғүмәров Сәлимйән Ялал улы (1933), ғалим-әҙәбиәт белгесе , журналист . 1971—2005 йылдарҙа «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире. Филология фәндәре кандидаты (1980). Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1993).
Хәйҙәров Рифҡәт Ғәйнел улы (1933), механизатор. Ҡариҙел районы Салауат исемендәге колхоздың элекке тракторсыһы һәм комбайнсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Туйыш ауылынан.
Булатова Сәрүәр Ғәлимйән ҡыҙы (1938), малсы, күп балалы әсә. 1965—1989 йылдарҙа Баймаҡ районы «Баймаҡ» совхозы һауынсыһы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны (1978), 1-се (1981) һәм 2-се (1974) дәрәжә «Әсәлек даны» ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Алғаҙы ауылынан.
Мәзитов Йәүҙәт Йыһанур улы (1943), төҙөүсе , йәмәғәтсе. 1961—1998 йылдарҙа «Салауатстрой» тресы эшсеһе, бригадиры, мастеры. Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. КПСС -тың 27-се съезы делегаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1985). Салауат ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районының Үрнәк ауылынан.
Сулимов Геннадий Васильевич (1948), педагог . Октябрьский ҡалаһы 2-се гимназияһының элекке физик культура уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
Атанова Гөлшат Ғарифйән ҡыҙы (1953), хеҙмәт ветераны. 1975—2002 йылдарҙа Хәйбулла районы Бүребай көнкүреш йорто парикмахеры. РСФСР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1982). Коммунистик хеҙмәт ударнигы (1982). Сығышы менән ошо ауылдан.
Фархшатова Луиза Азамат ҡыҙы (1953), тележурналист, режиссёр. 2000—2006 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директор урынбаҫары. «Тамыр» балалар студияһын ойоштороусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994). Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2012).
Абдуллин Заһир Нәҡи улы (1958), инженер-механик , ауыл хужалығы, төҙөлөш тармағы һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 2000—2009 йылдарҙа Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2003) һәм атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дыуан районының Ҡәҙер ауылынан.
Зыязетдинова Клара Хәмиҙулла ҡыҙы (1963—1.12.2012), колхозсы . 1957 йылдан Дүртөйлө районы Крупская исемендәге колхоздың йәшелсә үҫтереүсеһе. 1960 йылдан — звеновойы, 1974 йылдан — малсы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1972). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Илеш районының Сәйетҡол ауылынан.
Камалов Марат Ғофран улы (1963—5.06.2008), зоотехник. 1997 йылдан Дүртөйлө районы БАССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге колхоздың баш зоотехнигы, 1998 йылдан — рәйесе. 2005—2008 йылдарҙа Вәлиев исемендәге тоҡомсолоҡ заводының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Илеш районының Татар Мөнәүезе ауылынан.