Һайланған мәҡәлә
|
Таған Ғәлимйән Ғирфан улы (1 ғинуар 1892 йыл — 29 июнь 1948 йыл) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт армияһында полк командиры. Этнограф, музей белгесе, иҡтисад фәндәре (1929) һәм төркиәт докторы.
Ғәлимйән Ғирфан улы Таған (Тағанов) 1892 йылдың 1 ғинуарында Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ҡатай улусының (хәҙерге Ҡурған өлкәһенең Әлмән районы) Тәңрекүл исемле башҡорт ауылында хәлле ғаиләлә донъяға килгән.
Туған ауылындағы мәҙрәсәлә уҡый, рус мәктәбен һәм мөғәллимдәр гимназияһын тамамлай. Артабан рус урта мәктәбе уҡытыусыһы булып эшләй.
Һалдатҡа алынғас, Тифлиста хәрби мәктәптә уҡып сыға. Беренсе донъя һуғышында батша армияһында кесе офицер — прапорщик званиеһында ҡатнаша башлай. Кавказ фронтында хеҙмәт итә.
1917 йылда Ғәлимәйән Таған Башҡорт милли хəрəкəтенә ҡушылып, 1919 йылда Башҡорт хөкүмәте Советтар яғына сыҡҡанға тиклем Башҡортостан автономияһы азатлығы өсөн көрәштең алғы сафында була. Бында ул башта Башҡорт армияһының 5-се уҡсылар полкының, һуңыраҡ 3-сө пехота полкының башлығы вазифаһында бихисап батырлыҡ күрһәтә. 1918 йылда Башҡорт хәрби шураһы составына инә, уның рәйесенең урынбаҫары була. Ваҡытлыса Ялан кантоны рәйесе эштәрен башҡара. Урал өлкә мосолмандар Шураһы ағзаһы була.
1918 йылдың 15—18 авгусында Ғәлимйән Таған менән Ғабдулла Ғәмбәров етәкселегендә 3-сө Башҡорт пехота полкының Өфөнән көнсығышта Иглин станцияһы янындағы Ырныҡшы тигән ерҙә Кашириндар менән өс көн һуғышып, башҡорттарҙың уларҙы ҡаты еңелеүгә дусар итеүҙәре тураһында әйтеп үтә һәм ошондай иҫкәрмә лә яһай: «Әммә большевиктар унда үҙҙәренең саҡ-саҡ үлемдән ҡотолоп ҡалыуҙарын «Уралда граждандар һуғышы» исемле китапта 3-сө Башҡорт полкының еңелеүе тип тасуирлай». Асылда хәл бөтөнләй икенсе төрлө була һәм, ғөмүмән, Ғәлимйән Таған етәкселек иткән ғәскәри бүлкәттәр, Муса Мортазин һымаҡ уҡ, Башҡортостан азатлығы өсөн барған һуғыштарҙа һис ваҡытта ла еңелеү белмәй.
1919 йылдың февралендә Башҡорт ғәскәрҙәренең һәм хөкүмәте Ҡыҙылдар яғына сығыуына ҡаршы була. 3-сө Башҡорт полкы менән Аҡтар хәрәкәтендә ҡала. Колчак ғәскәрҙәренә ҡушылған башҡорт частарының етәкселәренең береһе була. 1919 йыл аҙағынан Колчак ғәскәрҙәре менән бергә көнсығышҡа сигенә, был ваҡиғаны Ғәлимйән Таған «башҡорт яугирҙәренең боҙло походы» тип исемләй. 1920 йылдың 14 мартында Чита ҡалаһында башҡорт аҡ ғәскәрҙәре етәкселәре Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев һәм Ғәлимйән Таған казак атаманы Г. М. Семёнов менән осраша, ул айырым башҡорт ғәскәрҙәре төҙөүгә булышлыҡ итәсәген белдерә. Рəсəйҙең көнсығыш сиктəрендəге Башҡорттарҙың хəрби‑милли идаралығы ойошторола, унда Таған штаб башлығы була, подполковник чинын ала.
1920 йылдың 14 июнендә башҡорт вәкилдәренең кәңәшмәһендә сығыш яһай, резолюция төҙөй. 1920 йылдың ноябрендә «аҡтар»ҙың ғәскәрҙәре Чита ҡалаһын «ҡыҙылдар»ға тапшырғас, Ғәлимйән Таған ҡалған 2 мең башҡорт менән Ҡытай сиген үтеп, Маньчжурияға юллана. 1921 йылдың февралендә Таған Японияға бара.
Токиола мадьяр илсеһе һәм шәрҡиәтселәре В. Прёле һәм Б. Баратоши-Балог менән таныша, уларҙың ярҙамы менән 1922 йылдың июлендә Венгрияға барып урынлаша. Дебрецен ҡалаһында Ауыл хужалығы академияһында биш йыл уҡып, уны 1927 йылда тамамлай.
Будапештҡа барып, Мадьяр дәүләт этнография музейына эшкә урынлаша. Франц Иосиф исемендәге техника университетының иҡтисад факультетына аспирант булып уҡырға инә һәм уны 1929 йылда тамамлай, «Һуғыш ваҡытында һәм һуғыштан һуң Рәсәйҙең валютаһы» тигән диссертация яҡлап, мадьяр һәм немец телдәрендә нәшер иткәндән һуң, «иҡтисад фәндәре докторы» дәрәжәһен алыуға өлгәшә.
↪ дауамы…:
Исемлек (122) | Үҙгәртеү
|
Яҡшы мәҡәлә
|
Чуд-Псков күле (Псков-Чуд күле, эст. Peipsi-Pihkva järv, шулай уҡ Гдов күле, Псков диңгеҙе, Пейпси (эст. Peipsi)Пейпус, Пейпус-күл(нем. Peipussee)) — Эстония һәм Рәсәй Федерацияһының Псков һәм Ленинград өлкәһе араһындағы сиктә урынлашҡан эре күл комплексы. Атлантик океандың Балтик диңгеҙе бассейнына ҡарай.
Күл комплексы өс өлөштән тора:
- төньяҡ — Чуд күле (рус. Чудское озеро, эст. Peipsi järv) — майҙаны 2611 км² (73 %);
- көньяҡ — Псков күле (рус. Псковское озеро, эст. Pihkva järv) — майҙаны 708 км² (20 %);
- урта — Йылы күл (рус. Тёплое озеро, эст. Lämmijärv) — майҙаны 236 км² (7 %).
Чуд-Псков күленең майҙаны — 3555 км², күләме 25 км³ тәшкил итә. Уртаса тәрәнлеге — 7,1 м, иң ҙур тәрәнлеге — 15 м. Күлгә яҡынса 30 йылға ҡоя, ә унан тик бер генә йылға — Нарва (Нарова) сыға.
Күлдең Эстония яр буйҙарында — Калласте һәм Муствеэ ҡалалары; Рәсәй территорияһында Чуд күленең көнсығыш ярынан 2 км алыҫлыҡта — Гдов ҡалаһы, Псков күленән 10 км алыҫлыҡта Великая йылғаһы буйында — Псков ҡалаһы урынлашҡан. Чуд-Псков күленең Рәсәй яр буйҙарының күп өлөшө һәм күлдәге бер нисә утрауҙар рәсми рәүештә сик буйы зонаһына индерелгән, шунлыҡтан был зонаға барыу сикләнгән. Псков күленең бер өлөшөндә Липно — Литовж тораҡ пункттары араһындағы шартлы һыҙығынан көньяҡ-көнсығыштараҡ сик уйы режимы билдәләнмәгән. Эстония яғында сик буйы зонаһы юҡ, шунлыҡтан күл буйына бөтә урынданда бер ниндәй ҡамасауһыҙ барырға мөмкинлек бар.
↪ дауамы…
Исемлек (111) | Үҙгәртеү
|
|
|
5 апрель юбилярҙары
|
- Салтыкова Федосия Петровна (1927—1.03.2007), хеҙмәт алдынғыһы. 1944 йылдан Күгәрсен районы М. Горький исемендәге колхоз малсыһы, 1956—1981 йылдарҙа — сусҡа ҡараусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Клементьев Николай Александрович (1937), механизатор. 1968—1997 йылдарҙа Баймаҡ районы «Сибай» совхозы тракторсыһы һәм комбайнсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997). 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1975), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1979). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Яманһаҙ ауылынан.
- Костина Нина Дмитриевна (1937—5.12.2004), ғалим-инженер, рационализатор. 1956—2001 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе технологы. Техник фәндәр кандидаты (1975). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рационализаторы (1989) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Воскресенск ауылынан.
- Абдрахманов Рәфил Фазыл улы (1942), ғалим-гидрогеолог. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Геология институтының гидрогеология һәм геоэкология лабораторияһы мөдире, 2007—2012 йылдарҙа — институт директорының фән буйынса урынбаҫары. Халыҡ-ара аграр белем академияһы (2000) һәм Халыҡ-ара экология, кеше именлеге һәм тәбиғәт фәндәре академияһы (2002) академигы, геология-минералогия фәндәре докторы (1993), профессор (1996). Башҡортостан Республикаһының (2000) һәм Рәсәй Федерацияһының (2001) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017).
- Кузнецов Леонид Иванович (1947), именлек органдары һәм дәүләт хеҙмәте ветераны. 1998 йылдан Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Красноярск крайы буйынса идаралығы начальнигы, генерал-лейтенант (1999); 2001—2006 йылдарҙа Рәсәй Президентының Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары. Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы Яңы Балаҡатай ауылынан.
- Ҡаҙаҡбаева Рима Хәсән ҡыҙы (1952—11.02.2011), педагог. 1974 йылдан Хәйбулла районы мәктәптәре уҡытыусыһы һәм район мәғариф бүлеге методисы, мәғлүмәт-педагогика кабинеты мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2006), Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1992). Сығышы менән ошо райондың Суҡраҡ ауылынан.
- Йәрмөхәмәтов Рәүил Фәйзулла улы (1957—23.12.2003), педагог. 1978 йылдан Баймаҡ районы Татлыбай урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1987—2003 йылдарҙа — директоры. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1998). Сығышы менән Сибай ҡалаһынан.
- Сөләймәнов Марат Ноғман улы (1957—6.01.1996), ғалим-философ, социолог. 1984 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1992—1996 йылдарҙа — иҡтисад факультеты деканы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1994), философия фәндәре докторы (1991), профессор (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995).
- Әхмәтшин Альберт Әмир улы (1957), хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. 2010—2020 йылдарҙа «Газпром межрегионгаз Өфө» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының икенсе (1999—2003) һәм өсөнсө (2003—2008) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе, Рәсәй яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре, Кушнаренко районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Кушнаренко ауылынан.
|
|