Һайланған мәҡәлә
|
Таған Ғәлимйән Ғирфан улы (1 ғинуар 1892 йыл — 29 июнь 1948 йыл) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт армияһында полк командиры. Этнограф, музей белгесе, иҡтисад фәндәре (1929) һәм төркиәт докторы.
Ғәлимйән Ғирфан улы Таған (Тағанов) 1892 йылдың 1 ғинуарында Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ҡатай улусының (хәҙерге Ҡурған өлкәһенең Әлмән районы) Тәңрекүл исемле башҡорт ауылында хәлле ғаиләлә донъяға килгән.
Туған ауылындағы мәҙрәсәлә уҡый, рус мәктәбен һәм мөғәллимдәр гимназияһын тамамлай. Артабан рус урта мәктәбе уҡытыусыһы булып эшләй.
Һалдатҡа алынғас, Тифлиста хәрби мәктәптә уҡып сыға. Беренсе донъя һуғышында батша армияһында кесе офицер — прапорщик званиеһында ҡатнаша башлай. Кавказ фронтында хеҙмәт итә.
1917 йылда Ғәлимәйән Таған Башҡорт милли хəрəкəтенә ҡушылып, 1919 йылда Башҡорт хөкүмәте Советтар яғына сыҡҡанға тиклем Башҡортостан автономияһы азатлығы өсөн көрәштең алғы сафында була. Бында ул башта Башҡорт армияһының 5-се уҡсылар полкының, һуңыраҡ 3-сө пехота полкының башлығы вазифаһында бихисап батырлыҡ күрһәтә. 1918 йылда Башҡорт хәрби шураһы составына инә, уның рәйесенең урынбаҫары була. Ваҡытлыса Ялан кантоны рәйесе эштәрен башҡара. Урал өлкә мосолмандар Шураһы ағзаһы була.
1918 йылдың 15—18 авгусында Ғәлимйән Таған менән Ғабдулла Ғәмбәров етәкселегендә 3-сө Башҡорт пехота полкының Өфөнән көнсығышта Иглин станцияһы янындағы Ырныҡшы тигән ерҙә Кашириндар менән өс көн һуғышып, башҡорттарҙың уларҙы ҡаты еңелеүгә дусар итеүҙәре тураһында әйтеп үтә һәм ошондай иҫкәрмә лә яһай: «Әммә большевиктар унда үҙҙәренең саҡ-саҡ үлемдән ҡотолоп ҡалыуҙарын «Уралда граждандар һуғышы» исемле китапта 3-сө Башҡорт полкының еңелеүе тип тасуирлай». Асылда хәл бөтөнләй икенсе төрлө була һәм, ғөмүмән, Ғәлимйән Таған етәкселек иткән ғәскәри бүлкәттәр, Муса Мортазин һымаҡ уҡ, Башҡортостан азатлығы өсөн барған һуғыштарҙа һис ваҡытта ла еңелеү белмәй.
1919 йылдың февралендә Башҡорт ғәскәрҙәренең һәм хөкүмәте Ҡыҙылдар яғына сығыуына ҡаршы була. 3-сө Башҡорт полкы менән Аҡтар хәрәкәтендә ҡала. Колчак ғәскәрҙәренә ҡушылған башҡорт частарының етәкселәренең береһе була. 1919 йыл аҙағынан Колчак ғәскәрҙәре менән бергә көнсығышҡа сигенә, был ваҡиғаны Ғәлимйән Таған «башҡорт яугирҙәренең боҙло походы» тип исемләй. 1920 йылдың 14 мартында Чита ҡалаһында башҡорт аҡ ғәскәрҙәре етәкселәре Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев һәм Ғәлимйән Таған казак атаманы Г. М. Семёнов менән осраша, ул айырым башҡорт ғәскәрҙәре төҙөүгә булышлыҡ итәсәген белдерә. Рəсəйҙең көнсығыш сиктəрендəге Башҡорттарҙың хəрби‑милли идаралығы ойошторола, унда Таған штаб башлығы була, подполковник чинын ала.
1920 йылдың 14 июнендә башҡорт вәкилдәренең кәңәшмәһендә сығыш яһай, резолюция төҙөй. 1920 йылдың ноябрендә «аҡтар»ҙың ғәскәрҙәре Чита ҡалаһын «ҡыҙылдар»ға тапшырғас, Ғәлимйән Таған ҡалған 2 мең башҡорт менән Ҡытай сиген үтеп, Маньчжурияға юллана. 1921 йылдың февралендә Таған Японияға бара.
Токиола мадьяр илсеһе һәм шәрҡиәтселәре В. Прёле һәм Б. Баратоши-Балог менән таныша, уларҙың ярҙамы менән 1922 йылдың июлендә Венгрияға барып урынлаша. Дебрецен ҡалаһында Ауыл хужалығы академияһында биш йыл уҡып, уны 1927 йылда тамамлай.
Будапештҡа барып, Мадьяр дәүләт этнография музейына эшкә урынлаша. Франц Иосиф исемендәге техника университетының иҡтисад факультетына аспирант булып уҡырға инә һәм уны 1929 йылда тамамлай, «Һуғыш ваҡытында һәм һуғыштан һуң Рәсәйҙең валютаһы» тигән диссертация яҡлап, мадьяр һәм немец телдәрендә нәшер иткәндән һуң, «иҡтисад фәндәре докторы» дәрәжәһен алыуға өлгәшә.
↪ дауамы…:
Исемлек (122) | Үҙгәртеү
|
Яҡшы мәҡәлә
|
Чуд-Псков күле (Псков-Чуд күле, эст. Peipsi-Pihkva järv, шулай уҡ Гдов күле, Псков диңгеҙе, Пейпси (эст. Peipsi)Пейпус, Пейпус-күл(нем. Peipussee)) — Эстония һәм Рәсәй Федерацияһының Псков һәм Ленинград өлкәһе араһындағы сиктә урынлашҡан эре күл комплексы. Атлантик океандың Балтик диңгеҙе бассейнына ҡарай.
Күл комплексы өс өлөштән тора:
- төньяҡ — Чуд күле (рус. Чудское озеро, эст. Peipsi järv) — майҙаны 2611 км² (73 %);
- көньяҡ — Псков күле (рус. Псковское озеро, эст. Pihkva järv) — майҙаны 708 км² (20 %);
- урта — Йылы күл (рус. Тёплое озеро, эст. Lämmijärv) — майҙаны 236 км² (7 %).
Чуд-Псков күленең майҙаны — 3555 км², күләме 25 км³ тәшкил итә. Уртаса тәрәнлеге — 7,1 м, иң ҙур тәрәнлеге — 15 м. Күлгә яҡынса 30 йылға ҡоя, ә унан тик бер генә йылға — Нарва (Нарова) сыға.
Күлдең Эстония яр буйҙарында — Калласте һәм Муствеэ ҡалалары; Рәсәй территорияһында Чуд күленең көнсығыш ярынан 2 км алыҫлыҡта — Гдов ҡалаһы, Псков күленән 10 км алыҫлыҡта Великая йылғаһы буйында — Псков ҡалаһы урынлашҡан. Чуд-Псков күленең Рәсәй яр буйҙарының күп өлөшө һәм күлдәге бер нисә утрауҙар рәсми рәүештә сик буйы зонаһына индерелгән, шунлыҡтан был зонаға барыу сикләнгән. Псков күленең бер өлөшөндә Липно — Литовж тораҡ пункттары араһындағы шартлы һыҙығынан көньяҡ-көнсығыштараҡ сик уйы режимы билдәләнмәгән. Эстония яғында сик буйы зонаһы юҡ, шунлыҡтан күл буйына бөтә урынданда бер ниндәй ҡамасауһыҙ барырға мөмкинлек бар.
↪ дауамы…
Исемлек (111) | Үҙгәртеү
|
|
|
29 март юбилярҙары
|
- Мукасей Елизавета Ивановна (1912—19.09.2009), СССР-ҙың нелегал разведчигы, подполковник. Дәүләт именлегенең почётлы хеҙмәткәре. Александр Невский ордены кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Йәнекәев Заршат Дәүләтша улы (1932—28.06.2011), ғалим-хоҡуҡ белгесе. 1953 йылдан тәфтиш органдары хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1965 йылдан Башҡорт АССР-ы Прокуратураһының тәфтиш бүлеге прокуроры; 1973 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1984—1988 йылдарҙа совет хоҡуғы кафедраһы мөдире, 1992 йылдан — юридик факультет деканы; 1999—2003 йылдарҙа Хоҡуҡ институты директоры, бер үк ваҡытта 1994—2010 йылдарҙа енәйәт хоҡуғы һәм процесы кафедраһы мөдире. Юридик фәндәр докторы (1992), профессор (1992). Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡорт АССР-ының (1981) атҡаҙанған юрисы. Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Сафар ауылынан.
- Сабиров Мөхәммәт Ғәлләм улы (1932—9.03.2015), СССР һәм Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре. 1989 йылдан Татар АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе, 1990—1995 йылдарҙа Татарстан Республикаһының Премьер-министры. Татар АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1982), СССР-ҙың Нефть һәм газ сәнәғәте предприятиеларын төҙөү министрлығы отличнигы (1978), Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар Дуҫлығы, «Почёт Билдәһе», Дуҫлыҡ (1997) һәм «Татарстан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» (2012) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Яңы Ҡормаш ауылынан.
- Аҙнабаева Флүрә Фәтхи ҡыҙы (1937), ғалим-педагог-методист, журналист. 1962 йылдан «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы хеҙмәткәре, «Русский язык в башкирской школе» журналының яуаплы секретары; 1986 йылдан Милли мәғариф проблемалары институты Башҡортостан филиалының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1993 йылдан – институт мөдире, бер үк ваҡытта 1999–2006 йылдарҙа – Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1988), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1993).
- Асабина Людмила Филипповна (1947), муниципаль хеҙмәт ветераны. Өфө ҡала хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса комитет рәйесенең элекке урынбаҫары. Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
- Бикмәтов Зөфәр Әнүәр улы (1957), табип. 1985 йылдан Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының табип-хирургы, бер үк ваҡытта 1991 йылдан баш табиптың дауалау буйынса урынбаҫары; 2000 йылдан — эндоскопия бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылынан.
|
|