Таған Ғәлимйән Ғирфан улы (1 ғинуар 1892 йыл — 29 июнь 1948 йыл) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт армияһында полк командиры. Этнограф, музей белгесе, иҡтисад фәндәре (1929) һәм төркиәт докторы.
Ғәлимйән Ғирфан улы Таған (Тағанов) 1892 йылдың 1 ғинуарында Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ҡатай улусының (хәҙерге Ҡурған өлкәһенең Әлмән районы) Тәңрекүл исемле башҡорт ауылында хәлле ғаиләлә донъяға килгән.
Туған ауылындағы мәҙрәсәлә уҡый, рус мәктәбен һәм мөғәллимдәр гимназияһын тамамлай. Артабан рус урта мәктәбе уҡытыусыһы булып эшләй.
Һалдатҡа алынғас, Тифлиста хәрби мәктәптә уҡып сыға. Беренсе донъя һуғышында батша армияһында кесе офицер — прапорщик званиеһында ҡатнаша башлай. Кавказ фронтында хеҙмәт итә.
1917 йылда Ғәлимәйән Таған Башҡорт милли хəрəкəтенә ҡушылып, 1919 йылда Башҡорт хөкүмәте Советтар яғына сыҡҡанға тиклем Башҡортостан автономияһы азатлығы өсөн көрәштең алғы сафында була. Бында ул башта Башҡорт армияһының 5-се уҡсылар полкының, һуңыраҡ 3-сө пехота полкының башлығы вазифаһында бихисап батырлыҡ күрһәтә. 1918 йылда Башҡорт хәрби шураһы составына инә, уның рәйесенең урынбаҫары була. Ваҡытлыса Ялан кантоны рәйесе эштәрен башҡара. Урал өлкә мосолмандар Шураһы ағзаһы була.
1918 йылдың 15—18 авгусында Ғәлимйән Таған менән Ғабдулла Ғәмбәров етәкселегендә 3-сө Башҡорт пехота полкының Өфөнән көнсығышта Иглин станцияһы янындағы Ырныҡшы тигән ерҙә Кашириндар менән өс көн һуғышып, башҡорттарҙың уларҙы ҡаты еңелеүгә дусар итеүҙәре тураһында әйтеп үтә һәм ошондай иҫкәрмә лә яһай: «Әммә большевиктар унда үҙҙәренең саҡ-саҡ үлемдән ҡотолоп ҡалыуҙарын «Уралда граждандар һуғышы» исемле китапта 3-сө Башҡорт полкының еңелеүе тип тасуирлай». Асылда хәл бөтөнләй икенсе төрлө була һәм, ғөмүмән, Ғәлимйән Таған етәкселек иткән ғәскәри бүлкәттәр, Муса Мортазин һымаҡ уҡ, Башҡортостан азатлығы өсөн барған һуғыштарҙа һис ваҡытта ла еңелеү белмәй.
1919 йылдың февралендә Башҡорт ғәскәрҙәренең һәм хөкүмәте Ҡыҙылдар яғына сығыуына ҡаршы була. 3-сө Башҡорт полкы менән Аҡтар хәрәкәтендә ҡала. Колчак ғәскәрҙәренә ҡушылған башҡорт частарының етәкселәренең береһе була. 1919 йыл аҙағынан Колчак ғәскәрҙәре менән бергә көнсығышҡа сигенә, был ваҡиғаны Ғәлимйән Таған «башҡорт яугирҙәренең боҙло походы» тип исемләй. 1920 йылдың 14 мартында Чита ҡалаһында башҡорт аҡ ғәскәрҙәре етәкселәре Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев һәм Ғәлимйән Таған казак атаманы Г. М. Семёнов менән осраша, ул айырым башҡорт ғәскәрҙәре төҙөүгә булышлыҡ итәсәген белдерә. Рəсəйҙең көнсығыш сиктəрендəге Башҡорттарҙың хəрби‑милли идаралығы ойошторола, унда Таған штаб башлығы була, подполковник чинын ала.
1920 йылдың 14 июнендә башҡорт вәкилдәренең кәңәшмәһендә сығыш яһай, резолюция төҙөй. 1920 йылдың ноябрендә «аҡтар»ҙың ғәскәрҙәре Чита ҡалаһын «ҡыҙылдар»ға тапшырғас, Ғәлимйән Таған ҡалған 2 мең башҡорт менән Ҡытай сиген үтеп, Маньчжурияға юллана. 1921 йылдың февралендә Таған Японияға бара.
Токиола мадьяр илсеһе һәм шәрҡиәтселәре В. Прёле һәм Б. Баратоши-Балог менән таныша, уларҙың ярҙамы менән 1922 йылдың июлендә Венгрияға барып урынлаша. Дебрецен ҡалаһында Ауыл хужалығы академияһында биш йыл уҡып, уны 1927 йылда тамамлай.
Будапештҡа барып, Мадьяр дәүләт этнография музейына эшкә урынлаша. Франц Иосиф исемендәге техника университетының иҡтисад факультетына аспирант булып уҡырға инә һәм уны 1929 йылда тамамлай, «Һуғыш ваҡытында һәм һуғыштан һуң Рәсәйҙең валютаһы» тигән диссертация яҡлап, мадьяр һәм немец телдәрендә нәшер иткәндән һуң, «иҡтисад фәндәре докторы» дәрәжәһен алыуға өлгәшә.
↪ дауамы…: