Йоһанн Гутенберг

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Йоһанн Гутенберг
Johannes Gutenberg
Johannes Gutenberg.jpg
XVI быуат гравюраһы
Эшмәкәрлек төрө:

уйлап табыусы, китап баҫыусы, гравер

Тыуған көнө:

13971400 йылдар арауығында

Тыуған урыны:

Майнц

Подданныйлығы:

Германия

Вафат булған көнө:

3 февраль 1468({{padleft:1468|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})

Вафат булған урыны:

Майнц

Commons-logo.svg Йоһанн Гутенберг Викимилектә

Ио́ганн Генсфляйш цур Ладен цум Гу́тенберг (нем. Johannes Gensfleisch zur Laden zum Gutenberg; 1397—1400 йылдар арауығында, Майнц — 3 февраль, 1468, Майнц) — немец зәргәре (ювелир) һәм уйлап сығарыусыһы. 1440-се йылдарҙа күсереп йөрөтөп булған литералар файҙаланып, европаса китап баҫыу ысулын уйлап таба, уны бар донъяла ҡуллана башлайҙар

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1400—1448. Йәшлегендәге эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Майнцта 1397 һәм 1400 йылдар араһында патриций ғаиләһендә тыуған. Атаһынан Генсфлейш фамилияһын алмай, әсәһенекен алып Гутенберг булып йөрөй. 1411 һәм 1420 йылдар арауығында Гутенбергтар патрицийҙар һәм бюргерҙар араһындағы низағ арҡаһында Майнцтан күсеп китәләр. 1434—1444 йылдарҙа Страсбургта йәшәй, (аҡыҡ, оникс кеүек ярымаҫыл таштарҙы шымартып һәм {көҙгө /5} эшләп көн күрә . Шул ваҡытта китап баҫыу буйынса тәжрибәләр эшләп ҡарағандыр тип уйлайҙар.. 1438 йылда уҡыусыһы Андрей Дрицен һәм башҡалар менән берлектә Страсбургта көҙгө етештереү буйынса ширҡәт аса, сәнғәт менән бәйле ниндәйҙер бер «серле» эш менән дә шөғөлләнәләр. Ширҡәт Дрицен вариҫтарының Гутенбергты судҡа биреү менән юҡҡа сыға, 1439 йылда Гутенберг хөкөм эшендә еңеп сыға.

Күптәр XV быуатта уҡ, был дата менән сыҡҡан китаптар табылмаһа ла, Гутенберг китап сығарыу ысулын 1440 йылда ҡуллана башлағандыр тип уйлай[1]. 1440 йылда башланғанлығы Авиньон нотариустары документтары буйынса раҫлана, уларҙы 1890 йылда аббат Рекен халыҡҡа сығара (Requin, «L’imprimerie à Avignon en 1444»). Был документтарҙа 1444—1446 йылдарҙа Прокопий Вальдфогель тигән кеше «яһалма яҙыу» серҙәрен асҡан өсөн аҡса алыуы һәм ниндәйҙер файҙа алыуы әйтелгән.

1448—1455. Китап баҫыуҙы уйлап сығарыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гутенберг даһи ысул таба — металдан тиҫкәреләй яҙылған ҡабарынҡы хәрефтәр эшләп, уларҙан юлдар йыйған һәм ҡағыҙға баҫҡан. Әммә уйлап тапҡан ысулды ҡулланыр өсөн аҡсаһы етмәгән.

1448 йылда тауған Майнц{/1 ҡалаһына күсеп}, Гутенберг 1450 йылда ростовщик Иоганн Фуст менән китап сығарыу буйынса килешеү төҙөй Төп капиталды Гутенберг өлөшләп кенә ала алған. Шулай булғанда ла Гутенберг 1456 йылға бишләп төр шрифт әҙерләгән, Элий Донаттың латин грамматикаһын, папаның бер нисә индульгенцияһын, хатта ике Библияны баҫып өлгөрә.

Гутенберг Библияһы. Майнц музейындағы дана

Гутенберг Фустҡа проценттарын түләй алмай һәм Фуст судҡа бирә. Уның ҡарары буйынса типография бар ҡорамалдары менән Фустҡа бирелә , Гутенбергҡа эште яңынан, буш урындан башларға тура килә.

1455—1468. Судтан һуң эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ул Конрад Гумери менән компанияға инә һәм 1460 йылда Йоһанн Бальба ның «Католикон» (һүҙлекле латин грамматикаһын) сығара. 1465 йылда курфюрст Адольф Гутенбергты эшкә ала, әммә 1468 йылдың 3 февралендә китап баҫтырыусы вафат була; ул Майнцта ерләнгән, әммә ҡәбере ҡайҙа икәнлеге билдәле түгел. Бәғзе тарихсылар уның францискан зыяратында булырға мөмкинлеген фаразлай[сығанаҡ 3291  көн күрһәтелмәгән].

Уйлап табыуҙың авторлығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гутенбергтың табышын төрлө йылдарҙа төрлө кешеләр исеме менән бәйләйҙәр (см. ҡара: Китап баҫыу). Антоний ван дер Линде 1878 йылда асыҡлап, иҫбатлап сыға (Рәсәйҙә — Ф. И. Булгаков, «Библиографические Записки» 1892 год, № 1).

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гутенбергтың дөрөҫлөккә тап килгән портреты юҡ. Улар барыһы ла — рәссамдар күҙаллауы.
  • Гутенбергҡа Майнцта, Страсбургта һәм Майндағы Франкфуртта, шулай уҡ Венала һәйкәл ҡуйылған.
  • Гутенберг исемен «Проект „Гутенберг“» электрон китапханаһы йөрөтә
  • Гутенберг исемен 1914 йылда асылған астероид (777) Гутенберга (инг.)баш. йөрөтә.

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Варбанец Н. В. Йоханн Гутенберг и начало книгопечатания в Европе. Опыт нового прочтения материала. М.: Книга, 1980.
  • Проскуряков В. М. Иоганн Гутенберг, 1933. — 140 с. (Жизнь замечательных людей)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Гутенберг, Иоганн — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә. Э. В. Зилин

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Библия Гутенберга
  • Книгопечатание
  • Иван Фёдоров

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]