Баш бит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
300-ләп телдәге ирекле интернет энциклопедияның
башҡортса бүлегендә 56 569 мәҡәлә бар.

Уны төҙөүҙә һәр кем ҡатнаша ала.
Һеҙҙе лә берҙәм ирекмәндәр ғаиләһенә саҡырабыҙ!
Welcome to the Embassy! * Добро пожаловать в Посольство!
Порталдар

Башҡортостан
Башҡортостан шәхестәре
Башҡортостан ауылдары

Фән
География
Тарих

Техника
Йәмғиәт
Ислам


Яңы портал: Башҡорт әҙәбиәте

Әүҙем порталдар: Башҡорт әҙәбиәте, Бөрйән, Салауат, Нуриман райондары
Һайланған мәҡәлә
Әхмәтзәки Вәлиди Туған

Әхмәтзәки Вәлиди Туған (10 декабрь 1890 йыл26 июль 1970 йыл) — күренекле сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡорт милли-азатлыҡ хəрəкəте етəксеһе, автономиялы Башҡортостанға нигеҙ һалыусы. Шәрҡиәтсе һәм төркиәт белгесе, Фәлсәфә докторы (1935), профессор, Манчестер университетының мөхбир докторы (1967).

Әхмәтзәки Вәлиди 1890 йылдың 10 декабрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Илсек-Тимер улусының, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының Көҙән ауылында тыуған.

1917 йылда социал-революционерҙар (эсерҙар) партияһына инә. Шул уҡ йылдың март — апрелендә Рəсəй мосолмандарының ваҡытлы үҙəк бюроһы ағзаһы була, 1917 йылдың апрелендә Ташкент ҡалаһында Мосолман советын ойоштороуҙа ҡатнаша һәм унда шул уҡ йылдың майында Мәскәүҙә уҙғарылған I Бөтə Рəсəй мосолман съезына Төркөстандан делегат итеп һайлана. Был съезда Әхмәтзәки Вәлиди Рəсəйҙең федератив республикаһының ҡоролошо һəм мосолман халыҡтарының милли-территориаль автономияһы идеяһын яҡлап сыға һәм Бөтə Рəсəй мосолман шураһының башҡарма комитеты һәм Башҡорт өлкә бюроһы ағзаһы булып китә. «Башҡорт» гәзитенең тәүге һанында Вәлидиҙең Башҡортостан үҙаллығы тураһында мәҡәләһе баҫылып сыға.

1917 йылдың 20—27 июлендә Ырымбурҙа үткән I Башҡорт ҡоролтайында ҡатнаша һәм унда президиумы ағзаһы һәм Башҡорт мәркәз шураһы рəйесе урынбаҫары итеп һайлана. Дəүлəт ҡоролошо (милли-территориаль автономия нигеҙендə) һəм «Ер мәсьәләләре» буйынса докладтар менән сығыш яһай. Икенсе докладында, ул XVII—XX быуаттар араһында юғалтылған башҡорт ерҙəрен ҡайтарып биреү зарурлығын билдəлəп үтә. 1917 йылдың 22—29 авгусында Өфөлә уҙған II Башҡорт ҡоролтайында ҡатнаша. Бында ул «Оло Башҡортостандың», «Бәләкәй Башҡортостандың» һəм «Көнсығыш Рəсəйҙең Мосолман автономлы дəүлəттəре федерацияһының» карталарын төҙөй. Башҡорт хөкүмәте төҙөлгәс, Вәлидигә Хәрби һәм эске эштәр бүлектәре тапшырыла.

1917 йылдың ноябрендә Өфө губернаһының федералист башҡорттар исемлеге буйынса Бөтə Рəсəй Ойоштороу йыйылышына делегат итеп һайлана. Башҡорт мəркəз шураһының беренсе фармандарын төҙөүҙə һәм уларға ҡул ҡуйыуҙа ҡатнаша. Был фармандарҙа башҡорттарҙың сəйəси көрəштə позицияһы һəм федератив Рəсəй составында Башҡортостан автономияһы иғлан ителә. 1917 йылдың 8—20 декабрендә Ырымбурҙа үткән III Башҡорт ҡоролтайында ҡатнаша һәм унда президиумы рәйесе һәм Кесе Ҡоролтай ағзаһы итеп һайлана, Башҡорт хөкүмәте рəйесе урынбаҫары һəм Хəрби бүлек мөдире итеп раҫлана.

1918 йылдың июненән алып 1919 йылдың февраленә тиклем Башҡорт хəрби шураһы рəйесе, Башҡорт ғәскәре командующийы була. Башҡорт хөкүмəтенең Бөтə Рəсəй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты (КОМУЧ) һəм Ваҡытлы Себер хөкүмəте менән үҙ-ара бəйлəнешен ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. 1918 йылдың сентябрендә Өфөлә уҙғарылған Дәүләт кәңәшмәһендә ҡатнаша, унда Өфө директорияһы исеме аҫтында билдәле булған Бөтә Рәсәй хөкүмәте ойошторола. 1918 йылдың ноябрендә А. В. Колчактың хəрби диктатураһын урынлаштырыуға һəм уның унитар Рəсəйҙе тергеҙеүгə, өлкə хөкүмəттəрен һəм милли ҡораллы формированиеларҙы бөтөрөүгə йүнəлтелгəн курсына ҡаршы сыға.

↪ дауамы…:

Исемлек (121) | Үҙгәртеү

Яҡшы мәҡәлә
Тамги канлинцев.png

Ҡаңлы (ҡаңны) — башҡорт ҡәбиләһе.

Телдәре башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты түбәнге ағиҙел-ыҡ менән танып һәм көньяҡ диалекттың дим һөйләштәренә ҡарай.

Ҡаңлы ҡәбиләһенең барлыҡҡа килеүен боронғо Туран халҡы менән бәйләйҙәр, улар актик һәм иртә урта быуаттарҙа Һырдаръя һәм Көньяҡ Урал араһындағы далаларҙа йәшәгән. Боронғо иран ижади ҡомартҡыларында («Авеста», «Хвадай-намаг» («Хоҙайнамә»)), зороастрий яҙмаларында («Денкард», «Бундахишн»), «Шаһнамә» поэмаһында туран һәм иран (арий) халыҡтарының ҡан-ҡәрҙәш булыуы тураһында әйтелә. Тәүге турандарҙың мифик ата-бабаһы Арийҙың ҡустыһы булған, был хәҙерге генетик тикшеренеүҙәр менән дә раҫлана.

Урта быуат ҡаңлылары «Сокровенное сказание»ла — канг-лин, Рәшит әт-Диндә — канлы, Әбү әл-Ғази ла канкли, канглы тип телгә алына. Был этноним шулай уҡ ҡаҙаҡтар, ҡараҡалпаҡтар, ҡырғыҙҙар, ҡырым татарҙары, нуғайҙар һәм үзбәктәрҙең составында теркәлгән. Ҡәбилә формалашыуына уларҙың ҡыпсаҡтар араһында йәшәүе йоғонто яһай. Тикшеренеүселәрҙең күбеһенең раҫлауынса, ҡаңлыларҙың берләшмәһе XI—XII быуаттарҙа Арал буйы далаларында бәшнәк-уғыҙ нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Шул уҡ ваҡытта «ҡаңлы» этнонимы бәшнәктең боронғо үҙатамаһы булған «ҡаңғар» менән оҡшаш. Ҡаңлыларҙың этник формалашыуында шулай уҡ ҡыпсаҡтарҙың ҙур роль уйнауы һыҙыҡ өҫтөнә алына, улар 1220 йылда монголдар тарафынан тар-мар ителгәндән һуң башлыса Ҡыпсаҡ далаһы (Дешт-и-Ҡыпсаҡ) халҡы составына ҡушыла. ­Икенсе гипотеза буйынса, ҡаңлылар Һырдаръяла Ҡаңгөй дәүләтен төҙөгән ҡаңгөйҙәрҙең этник вариҫтары булып тора.

Ҡаңлылар Асылыкүл менән Ҡандракүл буйында, Сәрмәсән йылғаһы бассейны, шулай уҡ Баҙы йылғаһының — үрге, Өҫән йылғаһының — урта, Ағиҙел йылғаһының түбәнге ағымында төпләнә, бында улар дыуан, йылан, йәлдәк, ҡаршын, ҡобау, мең һәм унлар ҡәбиләләре менән күрше була. Р. Ғ. Кузеев буйынса, көнбайыш Башҡортостанда ҡаңлылар боронғо башҡорт ҡәбиләләре менән ныҡ ҡатышалар, бының хаҡында ҡаңлылар араһында үҫәргән, бөрйән һәм юрматы ҡәбиләләренең тамғалары таралыуы дәлилләй. Шулай уҡ ҡаңлы һәм үҫәргән ҡәбиләләренең ҡошо ла бер — торна.

Хәҙерге ваҡытта ҡәбиләнең аҫаба биләмәләренә Благовар, Бөрө, Бүздәк, Бәләбәй, Дүртөйлө, Дәүләкән, Кушнаренко, Мишкә, Саҡмағош, Туймазы һәм Шаран райондары инә.

↪ дауамы…

Исемлек (111) | Үҙгәртеү

Сифатлы мәҡәлә, исемлектәр, порталдар

Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Хәмит Зөбәйер Ҡушай.

Һуңғы һайланған исемлек: Нобель премияһын алған ҡатын-ҡыҙҙар исемлеге.

Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары.

Сифатлы мәҡәләләр (17) | Исемлектәр һәм порталдар (1, 1) | Үҙгәртеү

Аҙна рәсеме

Үҙгәртеү | Архив

Бөгөн: 9 апрель ♦ Кисәге: 8 апрель ♦ Иртәгә: 10 апрельБарлыҡ көндәр

Christmas bell icon.png Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар

Sciences de la terre.svg Халыҡ-ара
Crystal locale.png Милли
Social sciences.svg Һөнәри

9 апрель юбилярҙары

Ҡыҙыҡ мәғлүмәт

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Яңы мәҡәлә

Мәҡәлә оҫтаһы | Тиҙ башланғыс

Проекттар
2021 йыл проекттары
Республика Башлығы гранты Башҡорт тарихы йылы
Башҡорттар
Тарихи Башҡортостан топонимияһы 2021
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары
«Төньяҡ амурҙары»
«Муса Мортазин яуҙаштары»
Башҡорт исемдәре
1000_әһәмиәтле_мәҡәлә һәм Мириада
Йыл юбилярҙары
Башҡортостан ауылдары
Википедия:Белешмә Ирекле тема
Онлайн ВикиМәктәп / Расписание / 1-се төркөм тыңлаусылары
―――――――――――――――――――――
Башҡа проекттар
2021 йылда Баш биттәге аҙна рәсеме
Мириада проектында әҙ генә символдар етмәгән мәҡәләләр
Башҡорт Википедияһы сараларын баһалау

Үҙгәртеү